Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • Бөгөн

Шишәмбе, 16 сентябрь

Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе итеп таныйбыҙ (Яхъя 6:69).

Илсе Петр тоғро кеше булған. Ул Ғайсаның эҙенән теүәл барған һәм бер нәмә лә уны туҡтата алмаған. Ғайса үҙ шәкерттәренә аңлауы ауыр булған хәҡиҡәттәрҙе әйткәс, Петрҙың тоғролоғо айырыуса күренгән (Яхъя 6:68). Ғайсаның аңлатыуын көтөп тормайынса, күптәр уны ҡалдырған. Ә Петр уға тоғро ҡалған. Ул Ғайсаның «мәңгелек тормош һүҙҙәрен» һөйләгәнен яҡшы аңлаған. Ғайса Петрҙың һәм башҡа илселәренең уны ҡалдырасағын белгән. Шулай ҙа ул Петрҙың рухи яҡтан нығынып китәсәгенә һәм Аллаға тоғро хеҙмәт итәсәгенә ышанысын белдергән (Лука 22:31, 32). Ғайса «рух ашҡынып тора, ә тән хәлһеҙ» икәнен аңлаған (Марк 14:38). Шуға күрә Петр унан ваз кисһә лә, Ғайса үҙ илсеһен кире ҡаҡмаған. Терелгәндән һуң ул, Петр яңғыҙы булғанда, уға күренгән (Марк 16:7; Лука 24:34; 1 Кәр. 15:5). Әлбиттә, был үҙ хаталарына ныҡ үкенгән илсене бик нығытҡан. w23.09 22 б., 9, 10 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Шаршамбы, 17 сентябрь

Яуыз эштәре кисерелгән, гонаһтары бөтөрөлгән кешеләр бәхетле (Рим. 4:7).

Әгәр кеше Аллаға ышанһа, Алла уның гонаһтарын тулыһынса кисерә, йәғни уларҙы ҡаплай һәм бүтән иҫкә төшөрмәй (Зәб. 32:1, 2). Иманы арҡаһында ул ғәйепһеҙ һәм тәҡүә кеше тип һанала. Ибраһим, Дауыт һәм Алланың башҡа тоғро хеҙмәтселәре тәҡүә тип һаналһа ла, камилһыҙ һәм гонаһлы булып ҡалған. Ләкин имандары арҡаһында Алла уларҙы, айырыуса уға ышанмаған кешеләр менән сағыштырғанда, ғәйепһеҙ тип тапҡан (Эфес. 2:12). Илсе Павелдың һүҙҙәренән күренеүенсә, Алланың дуҫы булыр өсөн иман кәрәк. Ибраһим да, Дауыт та Аллаға иман иткән, шуға улар уның дуҫы булған. Беҙҙең иманыбыҙ булһа, беҙ ҙә Алланың дуҫы була алабыҙ. w23.12 3 б., 6, 7 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Кесаҙна, 18 сентябрь

Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, тимәк, Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ (Евр. 13:15).

Бөгөн бөтә мәсихселәр ҙә Йәһүәгә ҡорбан килтереү хөрмәтенә эйә. Был Батшалыҡ эшенә бағышланған ваҡытыбыҙ, көсөбөҙ һәм мөлкәтебеҙ булырға мөмкин. Шулай итеп беҙ Йәһүәгә уға табына алғаныбыҙ өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы һәм уға иң яҡшыһын бирергә теләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ. Илсе Павел доға ҡылыу, вәғәзләү, осрашыуҙарға йөрөү һәм ҡәрҙәштәрҙе нығытыу тураһында яҙған. Беҙгә быларҙы бер ҡасан да оноторға ярамай (Евр. 10:22—25). «Раббы көнөнөң яҡынлашыуын» күреп, беҙгә «бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп» торорға кәрәк. Асылыш китабының һуңғы өлөшөндә Йәһүә фәрештәһенең ике тапҡыр «Аллаға баш эй!» тигән саҡырыуы яҙылған (Асыл. 19:10; 22:9). Фәрештәнең был һүҙҙәрҙе ҡабатлап әйтеүе был саҡырыуға ҡолаҡ һалыу бик мөһим икәнен күрһәтә. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең бөйөк рухи ғибәҙәтханаһы тураһындағы тәрән хәҡиҡәттәрҙе иҫтә тотайыҡ һәм Аллаға ғибәҙәт ҡыла алыуыбыҙҙы ҡәҙерләйек! w23.10 29 б., 17, 18 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу